-6 °С
Болотло
VK
OK
Telegram
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
1 Март 2019, 13:16
Сибай томаны
Атайым менән әсәйем һәр ваҡыт шырпының уйынсыҡ түгеллеген аңлатып үҫтерә. Шулай ҙа ҡайһы ваҡыт быны онотоп, уйнарға ярата инем. Ни тиһәң дә, ҡыҙыҡ бит! Иң беренсе танауға әскелтем еҫ килеп бәрелә, ялҡыны сыға.
Ошоно күреп, тағы ҡабатлағы килә. Бер көндө өлкәндәр өйҙә юҡ ине. Ҡулыма әлеге лә баяғы шырпыны алдым. Һыҙам, шырпы бөртөгөнән әскелтем еҫ сыға ла һүнә. Тағы ҡабатлайым… Бер мәл ҡаптағы шырпыны гәзит өҫтөнә түктем дә ут тоҡандырҙым. Булдырҙым бит! Янды шырпым да, шырпы аҫтындағы гәзит тә. Шул ваҡыт ҡурҡҡанымды күрһәгеҙ икән?! Ярай әле ҡаушап ҡалманым, тиҙ генә һыу һибеп, һүндерә һалдым. Өй эсенә әсе төтөн еҫе таралды. Ҡапыл баш ауырта, уҡшыта башланы. Ишек, тәҙрәләрҙе аса һалдым. Атай-әсәйемдәр ҡайтҡансы таралған еҫте бөтөрөргә кәрәк. Эх, өлгөрмәнем шул елләтеп...
Ишектән инеү менән ауыр еҫте һиҙеп, әрләргә тотондолар. Башҡа ундай хәл ҡабатланмаһын, тип ҡаты итеп иҫкәртеп ҡуйҙы атайым. Ул шунда ябай булып күренгән көкөрттөң ни тиклем зарарлы икәнен һөйләгәйне. Ошо ҡылығым үҙемә ғүмерлеккә һабаҡ булып ҡалды ла инде.
Әлеге көндә беҙҙең Баймаҡ ҡалаһына яҡын булған Сибайҙағы хәлде гәзит-журналдарҙан, интернет селтәрҙәренән күҙәтеп, тиҫтерҙәрем өсөн хафаланам. Сөнки үҙемдән беләм, теге мәл бер шырпы ҡабынан ғына сыҡҡан көкөрт еҫенән баш ауыртып, күңел болғанғайны.
Сибай карьеры тәрәнлеге буйынса донъяла икенсе урында тора икән. Ситенә баҫып ҡарағанда төбө лә күренмәй.
Күптән түгел синыфыбыҙға Азалиә исемле бер ҡыҙ уҡырға килде. Улар ошоға тиклем Сибай ҡалаһында йәшәгән. Көкөрт еҫе ныҡ таралғас, һаулығы өсөн борсолоп, беҙҙең яҡҡа күсеп китергә мәжбүр булғандар. Тиҫтеремдең йәшәгән төйәгенән, мәктәбенән, иптәштәренән айырылыуын ныҡ ауыр кисерҙем.
Бына шулай тыныс ҡына йәшәп ятҡанда Сибай экологик хәүеф үҙәгенә әүерелеп, күңелһеҙ хәбәр бар илгә, донъяға таралды. Республикабыҙ етәкселеге был ауыр хәлдән сығыу юлын эҙләй. Сибай халҡына төрлө яҡлап ярҙам итә. Бер төркөм уҡыусы балалар Ҡырымға бушлай ял итергә, һаулыҡтарын нығытырға ебәрелде. Әле Учалы ҡалаһында урынлашҡан «Урал» шифаханаһынан 45 бала ял итеп ҡайтты.
Тиҙҙән Сибайҙағы көкөрт еҫе лә бөтөр әле.
Юлдаш БУЛАТОВ, йәш хәбәрсе.
Баймаҡ районы, Билал мәктәбе.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май 2024, 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...