+14 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
5 Апрель 2019, 16:39

Геолог – романтиктар һөнәре

7 апрель – геологтарҙың һөнәри байрамы. Уның алдынан Өфөлә «Ер һәм кеше» Бөтә Рәсәй асыҡ олимпиадаһының республика этабы үткәрелде. Был бәйге Серго Орджоникидзе исемендәге Рәсәй дәүләт геология-разведка университеты тарафынан 1999 йылдан башлап ойошторола.

Йәш геологтар 40-сы мәктәптең геология, Республика геология һәм минералогия музейҙарында ла булды.

Бүләкләү тантанаһы экология һәм тәбиғәт ресурстарын файҙаланыу министрлығында үтте. Геологтар көнө алдынан республикабыҙҙың данлыҡлы шәхесе, күренекле геолог, геохимик, профессор Миңләхмәт Ғилметдин улы Моталов тура­һындағы тикшеренеү эшенең презентацияһын ҡарау бик урынлы булды. Уны Хәйбулла районы Бүребай мәктәбенең VIII синыф уҡыусыһы Радмир Моталов яҙған ине. Етәксеһе – өҫтәмә белем биреү педагогы Валентина Алябьева. Радмир бабаһы тураһында мауығып, ғорурланып һөйләне. Йәнтеш ауылында тыуған Миңләхмәт Моталов Бүребай мәктәбендә уҡый, Калинин исемендәге Мәскәү төҫлө металдар һәм алтын институтын тамамлай. Бик күп хеҙмәттәр һәм китаптар авторы. Радмир әйтмешләй, ысынлап та, романтик күңелле геолог булған ул. Әйткәндәй, егеттең эше I урынға лайыҡ булды.

Олимпиадала ҡатнашыусыларҙы һәр йүнәлеш буйынса айырым-айырым билдәләнеләр. Хатта өсәр һәм унан да күберәк диплом һәм кубок алыусылар булды. Ә абсолют еңеүсе тип 40-сы белем усағынан X синыф уҡыусыһы Арина Горячева табылды. Ҡыҙ геология менән VII синыфтан алып шөғөлләнә икән. Былтыр Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ҡатнашып, призёр ҙа булған.

Йола буйынса, йәш геологтар йәйгеһен тағы ла бәйгелә осрашасаҡ, Мәләүез районындағы Нөгөш буйында уларҙы мауыҡтырғыс слёт көтә.

Читайте нас: