+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
5 Апрель 2019, 16:32

Йәш урмансылар байрамы

2013 йылдың 22 мартынан донъяның барлыҡ илдәрендә Халыҡ-ара урмандар көнө билдәләнә. Уға арнап беҙҙең мәктәптең «Йәш урмансылар» урман хужалығы тәрбиәләнеүселәре лә матур кисә үткәр­ҙе.

Әҙеһәм Әлибаев исемендәге Йомаш мәктәбенән «Ҡайынҡай» мәктәп урмансылығы ағзаларын, Юлыҡ урман хужалығы мөдире Йәноҙаҡ Хәбир улы Азаматов һәм Икенсе Этҡол урман хужалығының мас­теры Кәрим Әкрәм улы Яйыҡбаевтарҙы байрамға саҡырҙыҡ. Абруйлы ҡунаҡтар сығышынан һуң беҙҙең мәктәп урмансылығының иң әүҙем ағзалары Заһир Рашев менән Бөрйән Иҫәнғолов үҙҙәренең проект­тары менән таныштырып үтте. Барлыҡ башҡарған эштәре һәм республика смотр-конкурсында әүҙем ҡатнашҡан өсөн белем усағыбыҙҙың йәш урмансылары республика экология-биология үҙәгенең сертификаты менән бүләкләнде.
Кисә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһындағы кеүек, «Әлләсе» уйыны менән дауам итте. «Ҡайынҡай» һәм «Йәш урмансылар» командалары ярышты. Артабан уҡыусылар тарафынан әҙерләнгән «Ҡәҙерләйек Ер-әсәне!» исемле тамаша күрһәтелде.

Әлбиттә, кисәлә үҙ эштәренең оҫталары Роза Сәлихйән ҡыҙы һәм Наип Әхмәтдин улы Баййегетовтарҙың ҡатнашыуы оло мәртәбә өҫтәне. Сөнки улар эш тәжрибәләре менән уртаҡлашып, уҡыусыларға теләктәрен еткерҙе.


Әлфирә АЗАМАТОВА, «Йәш урмансылар» урман хужалығының етәксеһе.
Баймаҡ районы, I Этҡол мәктәбе.
Читайте нас: