+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
8 Апрель 2019, 18:18

Иҫке ҡағыҙ, пластик тапшыр ҙа үҫенте ал!

Баш ҡала беренсе тапҡыр «Тормош әйләнәһе» экологик хәрәкәтенең «Икенсе сеймалға алмашҡа үҫенте» акцияһына ҡушылды.

Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Иҫке ҡағыҙ һәм пластикты 10 килограмдан ашыу тапшырғандарға үҫенте бирелә. Йәмәғәтселәр питомниктарға заказ бирһен өсөн, үҙегеҙгә ниндәйе кәрәклеген 22 апрелгә тиклем алдан еткерергә кәрәк. Икенсе сеймалды тапшырыу 23 апрелгә саҡлы бара. Ә үҫентеләр май уртаһына тиклем биреләсәк.
Бындай акция 2017 йылдың яҙында Санкт-Петербургта старт алғайны. Ике йыл эсендә Рәсәйҙең ундан ашыу ҡалаһында 950 тоннанан ашыу иҫке ҡағыҙ һәм пластик йыйылды, 17,8 меңдән ашыу ағас һәм ҡыуаҡлыҡ ултыртылды.
Читайте нас: