– Май айында ҡуңыҙҙар күп күренһә, ҡоролоҡ көт.
– Был айҙың егерме берендә ямғыр яуһа, көҙ ямғырлы булыр.
– Майҙа ямғыр күп булһа, арыш уңыр.
– Иртә күк күкрәһә, йыл ямғырлы булыр.
– Муйыл сәскә атһа, көн һалҡынайыуын көт.
– Май айы һалҡын булһа, игенгә – туҡлыҡ, себенгә юҡлыҡ булыр.
– Ҡайын һыуы күп булһа, ямғырлы йәй килер.
– Ҡуҙғалаҡ күп булһа, киләһе йылдың ҡышы йылы килер.