-3 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
5 Июль 2019, 13:18

Ҡурсаулы утрауҙар дуҫтары

Йәш быуынды тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡарашта тәрбиәләү – яҡты киләсәккә ҙур аҙым. «Асылыкүл» тәбиғәт паркында ойошторолған «Ҡурсаулы утрауҙар дуҫтары» XIV республика слёт-конкурсы ошо идеяға таянып үтте.



Был бәйгелә Башҡортостандың төрлө төбәктәренән 18 ко­манда ҡатнашты. Улар араһында республиканың барлыҡ махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре вәкилдәре һәм I турҙы үткән командалар бар ине. Ә Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының данын Инйәр ҡасабаһының 1-се мәктәбенең «Экопатруль» командаһы яҡланы.

Слёт-конкурс барлығы 5 этап­тан торҙо. Тәүҙә барлыҡ командалар үҙҙәренең тәбиғәт биләмәләре менән таныштырһа, «Экотеатр» бәйгеһе барышында сәхнә йәш таланттарҙың сығыштарынан гөрләп торҙо. Экопроекттар ярышында Көньяҡ Урал ҡурсаулығының дуҫтары Ҡыҙыл китапҡа индерелгән әшәлсә (ятрышник) үҫемлеге тураһында ғилми-тикшеренеү эшен яҡланы һәм III урын яуланы. Шулай уҡ балалар «Ҡурсаулы ил» һәм «Робинзонада» конкурстарында үҙҙәренең көсөн һынап ҡараны.

Йола буйынса, слёт үткән тәбиғәт биләмәһендә экологик өмәләр ойошторола. Был юлы ла Асылыкүлдең көньяҡ яры сүп-сарҙан таҙартылды.

Башҡа сараларға ла бай булды слёт. Экскурсия ваҡытында барлыҡ командалар Ташлытауға күтәрелеп, Асылыкүл менән һоҡланды. Шулай уҡ ҡатнашыусылар алдында Өфөнән джаз төркөмө сығыш яһаны, һәр кис усаҡ янында гитараға ҡушылып, йырҙар йырлап ултырыу ҙа оноторлоҡ түгел.

Слёт тамам, уның барышында барыһы ла үҙҙәренең көсөн һынаны, белемдәр туп­ланы һәм яңы дуҫтар тапты. Ике йылдан һуң был байрам үҙенең дуҫтарын киләһе «Ҡурсаулы утрау»ҙа ҡаршылаясаҡ.

КӨНЬЯҠ УРАЛ ҠУРСАУЛЫҒЫНЫҢ МАТБУҒАТ ХЕҘМӘТЕ.


Читайте нас: