+11 °С
Дождь
VKOKTelegram
Тәбиғәт мөйөшө
2 Августа 2019, 09:56

Янғантауға – экологик экспедицияға

Баш ҡалабыҙҙағы Дим районында урынлашҡан «Үҫенте» экология-биология үҙәге уҡыусылары һәм уларҙың педагогтары «Янғантау» геопаркында экологик экспедицияла булып ҡайтты.


Биш көн буйына улар Салауат районы матурлығы менән һоҡланып ҡына ҡалманы, орнитология, урмандарҙың бактериялы һары һыу ауырыуы, эсәр һыу сифаты буйынса тикшеренеүҙәр үткәрҙе. Йәш экологтар Иҙрис мәмерйәһендә лә булып, матур хәтирәләр тупланы. Унда ҡыҙҙар һәм егеттәр ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрҙе ентекләп ҡараны. Педагогтары Александр Волков етәкселегендә лихеноиндикация ысулы менән һауаның бысраныуын баһаланылар, унда үҫкән ҡарағайҙың бейеклеген үлсәп ҡаранылар. Был фәнни эштәрҙән һуң, балалар Йүрүҙән йылғаһында һыу инеп, тикшереү өсөн һыуын алырға ла онотманылар.

Экспедиция барышында файҙалы ҡаҙылмалар сығарылған геологик урын менән танышып, ҡасандыр унда булған Тетис тигән борон­ғо океан төбөндә ҡыҙырып, еребеҙ­ҙең тарихын да өйрәнделәр. Бер мәл балалар һәм уларҙың етәкселәре мауығып китеп, ташҡа әүерел­гән хайуан һындарын эҙләргә тотон­маһынмы! Тик унда 280 миллион йыл элек тирәһе көн күреүселәр һәм үҫеүселәр йәш тикшеренеүселәр күҙенән йәшенеп ҡалды.

«Янғантау» шифаханаһында, йыл­ҡы-спорт комплексында булыу, ҙур булмаған зоопарк менән танышыу, һабантуйҙа ҡатнашыу, театр­лаштырылған тамаша, ат сабыштарын ҡарау, спорт ярыштарында көс һынап, күп бүләктәр алыу ҙа ҡыҙҙар һәм егеттәр күңелендә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Йәш экологтар ағастарҙың хәл-торошон тикшереүгә лә ҙур иғтибар бүлде. Улар араһында ауырығандарын табып, нисек сирен дауалар­ға ла өйрәнделәр. Тәбиғәт ҡосағында алған файҙалы белемдәре балалар өсөн иң яҡшы уҡыу тәжрибәһе булып тора.
Читайте нас