-12 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
9 Сентябрь 2019, 10:48

Һынамыштар

Сентябрҙә ҡар күренһә, ҡырҡ көн аяҙ булыр.Сентябрь – уңыш айы, туҡлыҡ айы.

Ай башында күк күкрәһә, көҙ оҙаҡ килер.

18 сентябрҙә ҡыр ҡаҙҙары китһә, октябрь башында ҡар ятыр.

Баҡсалағы көҙгө эштәр

Сентябрь – ағас ултыртыу айы. Ҡәҙерле дуҫтар, был изге эштә һеҙ ҙә ҡатнаша алаһығыҙ. Аҙаҡ инде ҙур булып үҫеп китһәләр, ҡайһылары емеш тә бирһә, ҡыуанып туймаҫһығыҙ.

Баҡсала быға тиклем үҫеп ултырған ағастарҙы иҫкергән, ауырый башлаған ҡайрыһынан таҙартып, баҡса ыҫмалаһы менән ҡыуыштарын, ектәрен ямау ҙа – ҡулығыҙҙан килер эш. Ҡорот­ҡостарҙан һаҡлау, имен ҡышлатыу өсөн уларҙың олондарын, эре ботаҡтарын эзбиз менән ағарталар.

Көҙ ағастарға мул итеп һыу ҡойоу – туңыуҙан һаҡлауҙың бер сараһы. Уларҙың төбөн йомшарт­ҡас, уратып канау ҡаҙыйҙар ҙа тамырҙар сыланырлыҡ итеп һыу ҡоялар. Унан канауҙы, ағас төбөн торф, серегән тиреҫ йәки тупраҡ менән күмәләр. Ер туңып, ҡар яуғас, унда ҡар өйөп, тығыҙлап тороу ҙа файҙалы булыр.
Читайте нас: