Быйыл ул икенсе тапҡыр ойошторола. Апрелдәгеһендә 160 мең кеше ҡатнашып, бөтәһе 109 мең ҡыуаҡ һәм ағас ултыртылғайны.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров: «Йәшел Башҡортостан» акцияһының маҡсаты ағас ултыртыу ғына түгел, был сараға мөмкин тиклем күберәк кеше йәлеп итергә кәрәк. Әлбиттә, халыҡҡа акцияның мәғәнәһен һәм бурыстарын, майҙансыҡтарҙың адрестарын аныҡ еткереү мөһим», – тип белдерҙе.