+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
3 Октябрь 2019, 15:39

Баймаҡтарҙа – “Йәшәһен урман!” акцияһы

Баймаҡ районында «Йәшәһен урман!» акцияһы ойошторолдо.

Унда ҡатнашыусылар Баймаҡ – Сибай юлы буйына 5 мең төп ҡарағай үҫентеһе ултыртты. Районда яҙҙан алып биләмәләрҙе йәшелләндереүгә йүнәлтелгән,«100 йыллыҡҡа – 100 ағас», «Ағас ултырт – йәшәү бүләк ит!», «Мул һыулы Һаҡмар» акцияларында халыҡ күпләп ҡатнаша.

Был юлы ла дәррәү мәктәп уҡыусылары һәм район ойошмалары хеҙмәткәрҙәре өмәгә сыҡты. Афарин, баймаҡтар!
Читайте нас: