+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
7 Октябрь 2019, 19:21

Көҙһылыу дуҫтарын йыйҙы

Бына инде матур йәй үтеп, Көҙһылыу үҙенең ямғырҙары, ҡояшы, һыуығы менән килеп тә етте. Уның бер илаһи матурлығы бар бит! Ағас­тар, ҡыуаҡлыҡтар төрлө-төрлө төҫтәргә инеп, күҙ яуын алып ултыра, ә баҡсаларҙа, парктар­ҙа, урамдарҙағы сәскәләр ниндәй һоҡланғыс!


Шундай матур бер көндө интернат-лицейҙың III синыф уҡыусылары беҙҙең китапханаға «Тәбиғәт йылмайыуы» тип атал­ған байрамға йыйылды. Был сараға матур презентация һәм күҙ яуын алып торған көҙгө сәскәләрҙән күргәҙмә әҙерләнде. Кисәбеҙ Гөлсирә Шафиҡованың «Сәскәләр» шиғыры менән асылды, артабан йомаҡ сисеү ысулы менән төрлө баҡса, ялан сәскәләре менән таныштырҙыҡ, уларҙың урыҫса һәм башҡортса нисек аталыуҙары, тәбиғәт үҫентеләренә һаҡсыл ҡарау тураһында әңгәмә үткәрҙек.

Шуныһы ҡыуандырҙы: балалар тере күргәҙмәләге бөтә булған сәскәләрҙең (32 төр) исемдәрен дөрөҫ әйтеп бирҙе, ауылда, ҡалала үҙҙәренең баҡсаларында ниндәйҙәрен үҫтереүҙәре хаҡында һөйләне. Улар башҡорт шағирҙары Гөлсирә Шафиҡова, Фәрит Суфиянов, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Айһылыу Йәғәфәрова, Зөлфиә Камалованың шиғырҙарын яттан һөйләне, йырҙар башҡарҙы, төрлө уйындарҙа әүҙем ҡатнашты. «Сәскәләр байрамы» кроссвордын да дөрөҫ сис­теләр. Байрамда әү­ҙем ҡатнашҡандар Маҡтау грамотаһы, тәмлекәстәр менән бүләкләнде, ә тәрбиәсе Гүзәл Ҡанафинаға Рәхмәт хаты тапшырылды. Кисәне әңгәмә һәм шиғыр юлдары менән тамамланыҡ.

25-се «Тирмәкәй» балалар баҡсаһында ла «Көҙһылыу дуҫтарын йыя» тигән кисә ойошторҙоҡ. Ул көҙ миҙгеленең билдәләре тураһында әңгәмәнән башланып китте. Урман-тауҙарҙың төрлө төҫтәргә инеүе, көндәрҙең ҡыҫҡарыуы, һалҡынайыуы, төндәрҙең оҙонайыуы, ҡайындарҙың һары, ә миләштәр һәм сағандарҙың ҡыҙғылт һары күлдәктәр кейеүе көҙ етеүен белдерә, тигән фекергә килдек балалар менән. Кескәйҙәр үҙҙәренең зирәклеген кроссворд һәм йомаҡтар сискәндә лә иҫбатланы. Артабан күмәкләшеп төрлө уйындар уйнаныҡ. Мәҫәлән, «Уңыш йыйыу» тигәнендә ике биҙрәгә емештәр менән йәшелсәләрҙе айырҙыҡ. «Серле тоҡсай»ҙа ҡул менән генә тотоп ҡарап, йәшелсәне йә емеште таныныҡ. «Комплимент»та көҙҙөң беҙгә оҡшаған сифаттарын атаныҡ.

«Көҙһылыу дуҫтарын йыя» тип аталған китаптар күргәҙмәһе менән таныштырып, был миҙгелгә бағышланған шиғырҙар һәм хикәйәләр уҡыныҡ. Балалар үҙҙәре лә көҙ тураһында бик күп шиғырҙар белә икән: беҙгә ятлап ишеттерҙеләр.

Байрамыбыҙ шундай йылы һәм күңелле уҙҙы, хатта тышта яуған ҡарлы ямғыр ҙа кәйефтәрҙе боҙа алманы. Һуңынан балаларға Көҙһылыуҙың күстәнәстәрен тараттыҡ.

Флүрә ШАКИРОВА, Дауыт Юлтый исемендәге китапхана етәксеһе.
Белорет ҡалаһы.

Читайте нас: