-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
6 Декабрь 2019, 14:16

Мал йәнле ҡыҙыҡай

Әле һеҙ һүрәттә күргән Алтынай Таһирова (уңда) бигерәк мал йәнле ҡыҙыҡай инде.

Мин уны I синыфта уҡыусы ҡустыһы Ирхан һәм синыфташы Наҙгөл менән бер ҡолон эргәһендә уйнап йөрөгән саҡтарында осраттым. Ҡарап торһаң, һоҡланғыс күренеш ине. Уйнайҙар, шаяралар, рәхәтләнеп көләләр.

Телгә оҫта ҡыҙ булып сыҡты Алтынай.

– Был ҡолонсаҡ етем. Шуға ла көнө буйы урамда бер үҙе йөрөй. Инәһе булмағас, йылҡы өйөрөндә башҡалар менән сабышып уйнай алмай. Уға бик күңелһеҙ. Беҙҙе күреп ҡалһа, үҙе үк эргәбеҙгә сабып килә лә иркәләнә башлай. Еңдән тартып, шаяртып тешләй, баҫтырышып уйнайбыҙ. Туп ти­беш­һәк, ҡолонсаҡ та артыбыҙҙан саба. Үҙе аҡыллы, тик күҙҙәре ныҡ моңһоу. Инәһе булмағас, ҡыйындыр инде. Беҙ иркәләп һыйпайбыҙ, тәмлекәстәр менән һыйлайбыҙ. Бына бит эргәмдән дә китмәй?!

– Һин хайуандарҙы ныҡ яратаһың, буғай? Шулаймы? – тип ҡыҙыҡһынам.

– Эйе, бесәйҙәрҙе, эттәрҙе, һәүкәштәрҙе, аттарҙы, ҡуяндарҙы бик яратам. Бәләкәй саҡта, өйгә айыу, бүре балаһын алып ҡайтайыҡ, тип илап, атайымды аптыратып бөткәнмен.

Ҡартәсәйемдәрҙең бар йорт хайуандарына ла исем ҡушып сыҡтым. Исемләп саҡырһаң, йүгереп киләләр. Бигерәк тә ҡолонсаҡтар тиҙ өйрәнә үҙ ҡушаматтарына. Ҡартәсәйем: «Үҙ телебеҙҙәге исемдәрҙе ҡуш. Башҡорт тоҡомло бейәләрҙе үрсетәбеҙ бит», – ти. Ҡарлуғас, Турыҡай, Айбикә, Аҡъюл, Йондоҙ, Ҡыңғырау исемле аттарыбыҙ бар.

Ауыл осонда кемдер ҡалдырып, аҙаштырып киткән бесәй, көсөктәрҙе күрһәм, бик ныҡ йәлләйем. Уларҙы өйгә алып ҡайтып, хатта әрләнеп тә бөтәм. Ҡартәсәйемдәр тәүҙә ҡаршы булһалар ҙа, аҙаҡ үҙҙәре бахырҡайҙарҙы йыуындырышып, ашарға бирә. Сөнки улар ҙа изге күңелле бит. Миңзәлә ҡартәсәйем һөйләүе буйынса, миңә 2 йәш булғанда иң һөтлө ҡола бейәбеҙҙе яман уйлы кешеләр атып үлтерә. Уның 6 айлыҡ ҡына ҡолонсағы етем ҡала. Ялан кәртәгә алып ҡайтҡас, инәһен юҡһынып, көнө-төнө кешнәгән. Күҙҙәренән су­бырлап йәштәре тамған. Уның йөрәк өҙгөс тауышы бар ауылға ишетелеп торған. Беҙҙең йорт тирәһенән үткән апай, инәйҙәр йәлләп, ҡушылып ила­ған. Мин дә, – тип хисләнеп китеп һөйләне ул.

Алтынай Аҡморон мәктәбенең II cиныфында «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә уҡый. Ҙурайғас, хайуандарҙы ҡурсалаусы бер приют асырға уйлай икән.

– Хыялдарың тормошҡа ашһын, Ер йөҙөндә һинең кеүек изге йәнле кешеләр күберәк булһын! – тип хушлаштым Алтынай менән.

Баймаҡ районы.

Читайте нас: