+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
3 Ғинуар 2020, 13:21

Шыршыларҙы ташламағыҙ!

Яңы йылды шыршыһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Ул урамдарҙы, төрлө учреждениеларҙы, йорттарҙы биҙәй. Ни хәл итәһең, күптәр яһалма шыршыларға ҡарағанда яңы киҫелгән урман ҡупшыҡайҙарын хуп күрә.

Ысынлап та, ылыҫ еҫе аңҡып торған ысын ағасҡа етмәй шул. Тик бына шыршылар барыбер йәл. Күпме ағас киҫелә?! Ә байрам үткәс, уларҙы урамға сығарып ташлайҙар. Сүп-сар булып ята.

2016 йылдан ғинуарҙа Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында шыршыларҙы утилләштереү буйынса экологик акция ойошторола. Ҡупшыҡайҙарҙы икенсе сеймал итеп файҙаланалар. Өфөлә лә 2019 йыл башында шундай сара үткәйне. 2020 йылда ла ойоштороласаҡ. Ул 11 – 12 һәм 18 – 19 ғинуарға планлаштырылған. Шыршыларҙы йыйыу майҙансыҡтары билдәләнгән. Алдан иғлан ителгән маршрут буйынса йөк машинаһы ла йөрөүе көтөлә.

Халыҡ был акцияға әүҙем ҡушылһын ине. Юғиһә, былтыр 70 мең шыршы һатып алынған, шуларҙың 1 меңен генә эшкәртеү өсөн тапшырғандар.

Әйткәндәй, сит илдәрҙә был ағастарҙы утилләштереү күптән яйға һалынған. Тирә-яҡты бысратмау өсөн төрлө ысулдар уйлап тапҡандар. Мәҫәлән, Америка Ҡушма Штаттарында эшкәртеү үҙәгенә тапшыралар. Киҫелгән ылыҫлы ағастарҙан ҡағыҙ эшләйҙәр һәм бесәй бәҙрәфенә һалыр өсөн ваҡлап эшкәртәләр. Швецияла ташландыҡ шыршыларҙы яғып, өйҙәрҙе йылыталар. Скандинавия илдәрендә уларҙы мебель фабрикаларында файҙаланалар. Австрияла – яғыу өсөн брикеттар, Германияла май киҫеү өсөн ағас бысаҡтар яһайҙар.

Был шыршыларҙы фермаларға, вольерҙарға алып барып тапшырырға ла була. Ағастарҙы сүп-сар бактары янына ташламай, шулай икенсе ҡулланылыш тапһаҡ, ҡалай һәйбәт булыр ине.
Читайте нас: