Былтыр баш ҡалабыҙҙа старт алған акцияға Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалалары һәм Әлшәй районындағы белем усаҡтары һәм балалар баҡсалары ҡушылған. Ойоштороусылар әйтеүенсә, 10 тонна ҡапҡас йыйылып бөткәс кенә, улар эшкәртеүгә ебәреләсәк. Ә унан килгән аҡса хәйриә өсөн тотонола.
Ҡапҡастарҙы йыйыуға талаптар ҙа ҡуйылған. Беренсенән, уларҙың «2», «4», «5» келәймә һуғылғандары ғына ҡабул ителә, икенсенән, уларҙың йыуылған, таҙа булыуы төп шарт. «2», «02»-гә эске яғында PE, PE-HD, РDPE яҙыулылар ҡарай. Һөт, кефир, йогурт кеүек әсе һөт эсемлектәре, шул иҫәптән «Имунеле», төрлө һыу, һөт, газлы эсемлектәр, кетчуп, майонез, балалар иҙмәләре ҡапҡастары инә. «4» һәм «5»-кә эске яғында LDPE һәм PP келәймәлеләр инә. Уларҙы туҡланыу аҙыҡтары, көнкүреш химия, косметик әйберҙәр, киндер-сюрприз, бахила һауыттарында осратырға мөмкин.