-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
23 Ғинуар 2020, 12:40

11 йәшлек эколог

Иглиндан 11 йәшлек Матвей Анискин өлкәндәрсә етди фекер йөрөтөүе менән тиҫтерҙәренән күпкә айырылып тора.

Йәш блогер экологик өмәләр ойоштора, өлкәндәр менән дә профилактик һөйләшеүҙәр үткәрә.
Әле үк тормош маҡсатын билдәләгән: ул тыуған йортобоҙҙо, йәғни бөтә Ер шарын һаҡлауға үҙ өлөшөн индерәсәген аңлаған. Киләсәктә эколог булмаҡсы. Үҙе йәшәгән Иглин районының проблемаларын күтәрә, хәл итеү юлдарын тәҡдим итә. Өлкәндәр ҙә малайҙың фекерҙәрен иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Мәҫәлән, рөхсәтһеҙ сүп-сар полигонына ҡаршы көрәше эҙһеҙ үтмәгән.
Инстаграм аша Матвей үҙ өлгөһөндә тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәттә булырға өндәй. Донъяны яҡшыртыуҙы үҙеңдән башларға кәрәк, ти ул. Дәрестән һуң йыш ҡына олатаһы менән урамдарҙы сүп-сарҙан таҙартырға сығалар. Ата-әсәһе лә улдарының башланғыстарын хуплай.
«Тәбиғәт бит үҙен сүпләүселәргә ҡаршылыҡ күрһәтә алмай, ул сабый бала кеүек яҡлауға мохтаж», – ти йәш эколог.
Читайте нас: