Был матур сараны башҡорт теле уҡытыусыһы Юлай Азамат улы Сәлимгәрәев ойошторҙо. Бигерәк тә III "А" синыфы уҡыусылары әүҙем ҡатнашты. Ҡоштарға үҙ ҡулдары менән эшләгән тағараҡтары бигерәк матур килеп сыҡты шул! Шатланышып мәктәп территорияһындағы ағастарға элеп, ҡоштарҙы ихлас һыйланылар. Был акциянан балалар бик ҡәнәғәт ҡалды. Маладистар!