+19 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
12 Март 2020, 16:49

Мин нисек «Ҡәйнә теле»н ярата башланым?

Бер ҙә матурлығы юҡ, тип ошо гөлдө эй яратмай торғайным. Шулай ҙа эштә үҫтерә инек. Бер саҡ минең яратмаған гөлөм март айында сәскә атып, барыһын аптыратмаһынмы!

Баҡһаң, «Ҡәйнә теле» гөлө тормошоңда мөһим ваҡиға, үҙгәрештәр булған саҡта ғына сәскә ата икән. Унан һуң беҙ ғаиләбеҙ менән икенсе урынға йәшәргә күстек. Шунан башлап был гөл мине тағы ла нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра башланы. «Ҡәйнә теле»нең бик һәйбәт энергетикалы, бөтә көсөргәнеште, насарлыҡты үҙенә тартыуын, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытырға, төрлө бәхәстәрҙән ҡасырға ярҙам итеүен уҡып белдем. Етмәһә, фекерләү һәләтен, хыялдарҙы әүҙемләштерергә лә булышлыҡ итә икән. Шәп бит! Әгәр ҙә ҡаралмаған гөлдө үҙеңә алып, матур итеп тәрбиәләһәң, ул да ярҙам итә, уңыш һәм ҡыуаныс та килтерә, тиҙәр.
Читайте нас в