Был көндө 156 төп алмағас һәм ҡайын ултыртылған. Халыҡ аҙ булыуға ҡарамаҫтан, барыһы ла тырышып эшләгән. Сара һуңында Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов ағас ултыртыу эштәренә ҡушылған ҡала хакимиәтенә, БДУ-ның Сибай институты хеҙмәткәрҙәренә, ҡала Советы депутаттарына, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы эшселәренә ҙур рәхмәтен дә белдергән. Был ултыртҡан ағастар киләсәктә шаулап үҫеп китеп, Сармат ҡасабаһының Мостай Кәрим һәм Белов урамдарын биҙәр, тип ышана акцияла ҡатнашыусылар.