+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
29 Апрель 2020, 00:55

Аҡ ҡаялар

Донъяла иҫ киткес матур урындар күп.

Шуларҙың береһе - Англиялағы аҡ ҡаялар. Лондондан 129 километр алыҫлыҡта, Францияға 34 километр ғына урынлашҡан. Па-де-Кале боғаҙының ярҙарын ҡаплай. Аҡбурҙан торғас, ап-аҡ булып әллә ҡайҙан күренеп тора. Ҡаяның бейеклеге - 107 метр, 13 километрға һуҙыла. Дувр ҡаялары (ошо исемле ҡалаға яҡын булғанға шулай тип йөрөтәләр) борон халыҡ өсөн көтөлмәгән дошмандарҙан һаҡлаусы булып та хеҙмәт иткән. Ситтәр килгәне аҡ фонда ап-асыҡ күренеп торған. Әле лә был ҡая диңгеҙселәр өсөн Англия ярына етеү тураһында хәбәр итеүсе билдә булып тора.
Читайте нас: