Конкурс «Рәсәй урманының матурлығы» (урман пейзаждары), «Хайуандар һәм үҫемлектәрҙең ғәжәйеп донъяһы» (үҙеңә оҡшаған урман хайуандары һәм үҫемлектәр һүрәттәре, тик ҡоштар түгел ), «Урман ҡоротҡостары» (үҙең теләгән бөжәк-ҡоротҡостар: күбәләктәр, ҡарышлауыҡтар, ҡуңыҙҙар һүрәттәре) номинациялары буйынса үткәрелә. Ҡатнашыусылар 6 – 7, 8 – 9, 10 – 11, 12 – 13, 14 – 16 йәшлектәргә бүленә. Улар һәр номинацияла бер эшен генә тәҡдим итә ала. Һүрәттәр электрон рәүештә (сканерҙан үткәрелгән) JPEG йәки башҡа график форматта шәүләһеҙ, нур шәлкемеһеҙ булырға тейеш, уларҙы
[email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Конкурсҡа фотоэштәр ҡабул ителмәй. Әгәр рәсемдәрҙе архивта ебәрһәгеҙ икән, күләме 50 Mb-тан артмаһын, берәүһендә 10-дан күберәк рәсем булмаһын. Һүрәттең аҫтына исем-шәрифегеҙҙе, йәшегеҙҙе ҡуймағыҙ. Эштәрҙең үлсәме: А3, А4 формат. Ижади эштәргә бөтә мәғлүмәттәр яҙылған Excel-ғаризаны ла беркетергә онотмағыҙ. Әгәр ниндәйҙер ойошма коллектив эштәр ебәрә икән, бер ғариза ғына талап ителә. Бәйге тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте
https://vk.com/podslushano_u_lesnikov төркөмөндә алырға мөмкин, һорауҙарығыҙ булһа, ошо һылтанма буйынса
https://vk.com/topic13341153_40329198 яҙа алаһығыҙ.