Ул матур ғына түгел, күп төрлө файҙалы матдәләргә лә бай. Баллыҡай халыҡ медицинаһында киң ҡулланыла. Шуға уны ҡайһы берәүҙәр баҡсала үҫтерә. Күп осраҡта бронхит, һыуыҡ тейеүҙән, йүтәлде бөтөрөүҙән файҙаланыла. Уны салат әҙерләгәндә, аш бешергәндә лә ҡушалар.