+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
16 Май 2020, 15:33

Кесерткән ҡый үләне түгел ул

Кесерткән шул тиклем әрһеҙ үҫемлек, етмәһә тейһәң, шул тиклем итеп саға. Әммә уның бик шәп дарыу үләне икәнен дә беләбеҙ. Кесерткән миндеге, кесерткән шампуне, кесерткән ашы - бөтәһе лә файҙалы. Борон олатай-өләсәйҙәребеҙҙе аслыҡтан ҡотҡарған үләнде онотмайыҡ, дарыу урынына ҡулланайыҡ.

Яҙ башында унан аш бешереп ашаһаҡ, витаминдарға һыуһаған организмыбыҙға хәл инеп китәсәк. Кесерткәнде ҡан туҡтатыу өсөн ҡулланғандарын беләһегеҙҙер, әммә кемдең ҡаны ҡуйы, уларға һаҡ булырға кәрәк. Аҙағынан ҡанды шыйығайтыусы сәй эсеп ҡуйығыҙ. Был үҫемлектә токсиндарға, микробтарға ҡаршы тороусанлыҡты көсәйтә торған матдәләр - кремний һәм органик кислоталар бар. Матдәләр алмашыныуын да яҡшырта.
Кесерткән яңы сыҡҡан ваҡытта ашын бешереп ашап ҡалайыҡ. Таҙа ғына урындан йыйып, ҡояш төшмәгән ерҙә киптереп алһаң, аш-һыуға витаминлы тәмләткес итеп ҡушырға мөмкин.
Читайте нас: