Ә бына 12 йәшлек Италия малайы Алессандроны баҫтырған. Ата-әсәһе менән урманда сәтләүек йыйып йөрөгәндә күҙгә-күҙ осрашҡан ул урман хужаһы менән. Үҙен шунда уҡ ҡулға алып, тыныс ҡала алыуы ғәжәпләндерә, әлбиттә. Атаһы уға артына әйләнеп ҡарамайынса, яй ғына ҡасырға кәңәш бирә. Малай арты менән бара алмай, әйләнеп ҡарай-ҡарай ҡурҡыуын белдермәҫкә тырышып алға атлай. Йәш айыу унан бер тотам да ҡалмай эйәрә. Бер мәл, Алессандроның ҡурҡыуын һиҙепме, аяғүрә баҫа. Малай "әсәй!" тип ҡысҡырып ебәрә. Нисек йыртҡыс ташланмағандыр. Бәлки, ҡыҙыҡ күреп кенә малайҙы баҫтырған булғандыр. Былай барыуҙан ялҡыпмы, туҡтап икенсе яҡҡа китә.