Билдәле булыуынса, пион сәскәһенең төрҙәре субтропиктарҙа, Евразия, Төньяҡ Американың ҡайһы бер урындарында таралған. Ҡояш йылылығын һәм яҡтылыҡты яратҡан үҫемлек ул. Шуғалыр ҙа ауылымдың иң бейек тауҙарының береһе булған Ҡырташта күпләп үҫәләрҙер. Сөнки ул ерҙә асыҡ ялан, ҡояш та күберәк төшә.
Пиондарҙы декоратив сәскә булараҡ беҙҙең эраға тиклем 200 йыл элек үрсетә башлағандар. Әлеге көндә 36 төрө билдәле, ә ҡайһы берҙәрен хатта дарыу итеп тә ҡулланалар икән. Беҙҙең баҡсала инде был сәскә өсөнсө йыл йәм өҫтәп ултыра.
Яҙ етеп, пиондар сәскә атһа, туғандарым менән күккә ашҡан Ҡырташҡа менмәй ҡалмайбыҙ. Күңелле лә, иҫтәлекле лә булып хәтерҙә һаҡлана был көн. Иң бейеккә күтәрелгәс, изге теләктәр теләйбеҙ, фотоға төшәбеҙ, иҫ киткес матур тәбиғәтебеҙ менән һоҡланабыҙ. Ғәжәйеп сәскәнең атҡан мәлендә Ҡырташ тауына барыу ауылыбыҙҙа быуын-быуындан килгән йола кеүек һаҡлана.
Бөрйән районы, Мораҙым ауылы.