+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
3 Июль 2020, 13:51

Бәләкәй умартасы

Благоварҙа йәшәгән алты йәшлек Эрнест Ғәлиуллин бал ҡорттарын яланғас ҡулы менән тота ала, бер ҙә ҡурҡмай.


Нисек шулай, урамда бал ҡорто безелдәп осоп йөрөгәнен күреп ҡалһам, өйҙән сығырға шөрләп ултырам, тиһегеҙме? Эрнест – бәләкәй умартасы. Уның хатта «Инстаграм»да ошо исем менән аталған үҙ блогы булдырылған. Улай ғына түгел, был шәп малайҙың үҙенең умарталары бар. Бал ҡорттарының иһә бик тыныс холоҡло төрөн генә һайлайҙар икән. Ә блогты әлегә әсәһе алып бара.

Эрнест ни өсөн умартасылыҡ менән ҡыҙыҡһынамы? Яуап ябай: атанан күргән – уҡ юнған, тигән шикелле, ҡортсолоҡ – атаһының да яратҡан шөғөлө һәм ул улына был һөнәрҙең бар нескәлектәрен өйрәтә.

Бер көндө малай йыйған аҡсаһын һанап ҡарай ҙа ата-әсәһенән: «Ошо аҡса килем килтерһен тиһәң, нимә алырға була?» – тип кәңәш һорай. Был уй, әлбиттә, буштан ғына инмәй малайҙың башына. Шунан алда ғына әсәһе менән Бодо Шеферҙың «Мани исемле көсөк» тигән китабын уҡыйҙар. Һуңынан Эрнест блогындағы видеола былай тип һөйләй:

– Был китапта аҡса, уны нисек тотонорға кәрәклеге тураһында яҙылған. Бик ҡыҙыҡлы, хатта өлкәндәргә лә уҡырға мөмкин.

Эрнест үҙе йыйған 9 мең аҡсаһына умарта алырға, балын һатып, аҡса эшләргә ҡарар итә. Хәҙер уның ике умартаһы бар. Атаһынан уларҙы нисек тәрбиәләргә өйрәнә, малай бал ҡорттары тураһында бик күп мәғлүмәт белә инде. Видеоларында шулар тураһында мауығып һөйләй. Ә әсәһе уларҙы «Инстаграм»да урынлаштырып, яҙып бара. Әлбиттә, шундай йөкмәткеле итеп, терминдар ҡулланып һөйләү өсөн интернеттан да күп кенә эҙләнергә тура килә. Эрнестҡа алты ғына йәш икән, тип уйламаҫһың да, маладис малай, ул быйыл көҙгә генә I синыфҡа барасаҡ.

Йәш умартасы блогында дарыу үләндәре тураһында ла видеояҙмалар күп. Эрнест тәбиғәтте бик ярата. Файҙалы үҫемлектәрҙе йыйыуҙа ла ҡатнаша. Үлән сәй­ҙәренең төрлөһөн әҙерләйҙәр: ҡарағат, ҡурай еләге япрағы, күк һәм һары мәтрүшкә, бөтнөк, боланут... Уларҙың нимәгә файҙалы икәнен дә белеп үҫә Эрнест.

Бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан, ҡатмарлы ҡортсолоҡ һөнәрен үҙләштерә башлаған малайға һоҡланмау мөмкин түгел. Киләсәктә ниндәй һөнәр һайлаһа ла, уңышлы, тырыш, егәрле, уңған кеше булырына шик юҡ. Ата-әсәһенең ышаныслы таянысы, Радион ҡус­тыһына өлгөлө ағай булыр ул, Алла бирһә. Күҙ теймәһен үҙенә!
Читайте нас: