+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
3 Июль 2020, 13:39

Баҡсала эштәр гөрләй

Баҡса уңған, эшһөйәрҙәрҙе ярата. Яҙ, йәй буйына тырышһаң, ҡышҡыһын рәхәтләнеп һыйланырға була. Үҙең үҫтергән емеш-еләктең уңышын йыйыу ҙа – үҙе бер ҡыуаныс! Етмәһә, уларҙы һатып, аҡсалы ла булырға мөмкин.

Раевкалағы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы янындағы биләмәлә лә иртән яҙҙан эштәр гөрләй. Мул уңыш алыу өсөн әллә күпме тырышлыҡ, хеҙмәт һалына бында. Баҡсаларында нимәләр генә үҫтерелмәй! Емеш-еләк, ағас, сәскә бүлектәре лә бар. Ана, алмағас, ҡарағат, ҡурай, баҡса еләктәре күҙҙе ҡыҙҙырып ултыра.

– Баҡсабыҙҙа бөтә йәшелсә-емештәрҙе үҫтерәбеҙ. Кишер, сөгөлдөр, йәшел тәмләткестәр ҙә сәс­тек. Ултыртҡан картуфыбыҙҙы ҡай­ҙа һатыу тураһында алдан һөйләшеп ҡуйҙыҡ. Сөгөлдөрҙө шәкәр заводына тапшырып, шәкәрләтә аласаҡбыҙ.

Аллаға шөкөр, йыл һайын уңышыбыҙ мул була, быйыл да шуға өмөт итеп, тырышабыҙ. Август айында йәшелсә-емештәребеҙҙе һатыу буйынса йәрминкә ойошторола. Шунда күбеһен һатабыҙ, ҡал­ғанын мәктәп ашханаһына тапшырабыҙ. Уҡыу-тәжрибә биләмәһе менән Гүзәл Ирҡәт ҡыҙы Кәлимуллина етәкселек итә, – ти директор­ҙың уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары Лилиә Сабит ҡыҙы Ширияз­данова.

Баҡса биләмәһендә 30-ға яҡын сәскә түтәле бар. Улар һәр синыфҡа беркетелеп ҡуйылған. Был сәскәләрҙе ҡарау май айынан уҡ башлана.

– Быға тиклем йәй буйына уҡыусылар уларҙы тәрбиәләп, һыу һибә, ҡый үләндәрен утай ине. Тик быйыл илдә килеп тыуған эпидемиологик хәл арҡаһында йәшелсә-емештәр­ҙе лә, сәскә түтәлдәрен дә лицей хеҙмәткәрҙәре генә ҡарай. Беренсе сентябргә беҙҙең лицей яны аллы-гөллө сәскәләргә күмелә. Ышанмаһағыҙ, көҙөн үҙегеҙ килеп күрегеҙ, – тип тә өҫтәп ҡуйҙы лицей директоры Римма Миҙехәт ҡыҙы Дәүләткирәева.

Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра, тигән әйтемде хәтерҙә тотоп, лицей янындағы биләмәлә лицей хеҙмәткәрҙәре ал-ял белмәй тырыша. Уларға көҙөн мул уңыш алып, ҡыуанырға яҙһын!

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Әлшәй районы.

Читайте нас: