+12 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
4 Сентябрь 2020, 12:51
Әбйәлилдәр – иң-иңе!
Мәктәп урмансылыҡтары ағзалары һәм йәш экологтарҙың слёт-конкурсын үткәреү республикабыҙҙа матур йолаға әйләнде. Илдәге эпидемиологик хәлгә бәйле, быйыл ул 24 – 28 августа дистанцион рәүештә үтте. Конкурсты урман хужалығы, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлыҡтары ярҙамында мәғариф министрлығы, республика балалар экология-биология үҙәге ойошторҙо.
– Йыл һайын беҙҙең балалар район, республика, Бөтә Рәсәй, төбәк-ара, халыҡ-ара олимпиада һәм конференцияларҙа, слёттарҙа, конкурстарҙа ҡатнаша. Улар етди һынауҙар үтә, тик был уларҙы ҡурҡытмай. Тәрән белемле булыуҙары конкурста ҡатнашыусылар араһында иң яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә булышлыҡ итә. Быйылғы пандемия айҡанлы, балалар cлётта ситтән тороп ҡатнаша һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә һәйбәт һөҙөмтәләр, ҡаҙаныштар күрһәтә, – ти республика балалар экология-биология үҙәге директоры Екатерина Кошелева.
Сарала ҡатнашыусыларға төрлө номинациялар буйынса яҙма эштәр тәҡдим ителде. Уларҙы Алексей Кулагин етәкселегендәге тәжрибәле юғары уҡыу йорттары педагогтары баһаланы.
Шулай итеп, «Гидробиология» номинацияһында – Богдан Симонов (Белорет), Лера Латипова (Өфө), «Энтомология»ла – Айгөл Байғазина (Өфө), «Орнитология»ла – Динар Хәйруллин (Саҡмағош, Рапат), «Урмансылыҡ фәне һәм урмансылыҡ эше»ндә – Динис Усманов (Әбйәлил, Асҡар), «Ботаника»ла – Катя Арестова (Күгәрсен, Мораҡ), Саша Савельева (Күмертау), «Тупраҡ буйынса ғилем»дә Элина Суфиярова (Белорет), Вася Левиндар (Октябрьский) I урын яуланы. Мәктәп урмансылығы командалары араһында «Йәшел урман» мәктәп урмансылығы (Әбйәлил, Асҡар) иң-иңе булып танылды. «Шишмәкәй» мәктәп урмансылығы (Күгәрсен) икенсе урынға сыҡһа, өсөнсө урынды «Ҡайынҡай» мәктәп урмансылығы (Баймаҡ, Йомаш) алды. Йәш экологтар командаһы араһында ла еңеүселәр билдәләнде. Тәүге урынды өфөләр яулаһа, ә мишкәләр, дәүләкәндәр – икенсе, белореттар өсөнсө булды.
Г. РАМАҘАНОВА.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас в