«Рәсәй йыл ағасы» бәйгеһе йылдан-йыл популярлыҡ яулап, 2011 йылдан башлап үткәрелгән «Европаның йыл ағасы» халыҡ-ара конкурсының һайлап алыу этабы булып тора. 2018 йылда беҙҙең ил тәүге тапҡыр ҡатнашып, Белгород өлкәһенән имән III урын яулай. Уҙған йыл Абрамцев музей-йортонан имән икенсе урынға сыға. Быйылғы халыҡ-ара бәйгелә Ҡалмыҡ Республикаһынан тирәк бронза призёры була.