+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
2 Октябрь 2020, 17:14

Башҡортостан ҡоштары

Шарадалар

1. Тәүге ижек күктән яуа,

Ул – ҡоштоң да телендә,

Икенсеһе – өй ҡошоноң

Сыҡҡан һәр бер һүҙендә.


(Ҡар+ға=ҡарға)


2. Ике ижектән торған ҡош,

Һәр ижеге бойора,

Ҡыйғырлығы, батырлығы

Барын хайран ҡалдыра.


(Бөр+көт=бөркөт)


3. Тыныслыҡты ярата,

Өй тирәһен үҙ итә,

Был ҡошҡа һыйған халыҡ

Сәмләнеп донъя көтә.


(Күгәрсен)


4. Ниҙер төҙөргә ҡуша,

Һөйләшәләр бергәләп,

Ҡар аҫтынан килеп сыҡһа,

Ах, тиерһең тертелдәп.


(Ҡор)


5. Тәүге ижекте ишетһәң,

Таң атыуын аңларһың,

Икенсе ижек менән

Атыңды ҡыуаларһың.


(Тор+на=торна)


6. Өс кенә һүҙҙән торһа ла,

Түгел һис тә бәләкәй,

Уңға, һулға уҡығанда

Һис үҙгәрмәй мәғәнә.


(Өкө)


7. Был ҡош йәшенгән икән

Йәмле болон эсенә.

Уртаһына «р»-ҙы өҫтәп,

Төшөнөрһөң серенә.


(Ту+р+ғай=турғай)


8. Математика фәненә

Бәйләнгән тәүге ижек,

Киләһе һүҙ атығыҙҙы

Еккәндә бик тә кәрәк.


Аҙағына һаңғырау өн

Өҫтәһәң уйлап ҡына,

Килеп сығыр бик моңло ҡош,

Һайрай ул таңда ғына.


(Һан+дуға+с=һандуғас)


9. Был ҡош үҙендә йөрөтә

Кешенең төп һөйәген,

Шул һөйәктең алдына

Һаңғырау өн өҫтәгеҙ.


(Т+умыртҡа=тумыртҡа)


10. Төҫтө белдергән ижеккә

Ҡылымды өҫтәр кәрәк,

Аҙағында сонор өн,

Ҡош ғаиләһе-өйрәк.


(Аҡ+саба+н=аҡсабан)


11. Уйын ҡоралы бына:

Түңәрәк тә, ҡуш таяҡ.

Һуңғы хәрефен һыҙһаң,

Тауышы тупаҫ: «Ҡжжжжҡ».


(Бараба(н)=бараба)


12. Тәүге һүҙ кеше тәненең

Ҡап уртаһында тора,

Икенсеһе ике төҫтө,

Эш-хәлде лә аңлата.


(Бил+ала=билала)


13. Тәүге һүҙе – эш ҡоралы,

Атай, ағайға кәрәк,

Икенсеһен кейектәрҙең

Йөҙөнән эҙләр кәрәк.


(Көрәк+морон=көрәкморон)


14. Был ҡош ике һүҙҙән тора,

Тәүге һүҙ ап-аҡ, үҫә,

Икенсеһе ике өнлө,

Сифат та, ҡылым икән.


(Мамыҡ+ас=мамыҡас)


15. Боронғо башҡорт кейемен

Йөрөтә икән был ҡош,

Һүҙ башына бер хәреф

Уйлап өҫтәргә тырыш.


(С+елән=селән)


16. Тәүге һүҙ үтә ҡыҙыу,

Унан һаҡ булыр кәрәк,

Икенсеһе хайуан, ҡошта,

Тик кешелә юҡ икән.


(Ут+ҡойроҡ=утҡойроҡ)


17. Тәүге һүҙ күлдәктәрҙең

Муйын өлөшөн биҙәй,

Икенсе һүҙ – етеш йәшәү,

Муллыҡтың мәғәнәһе.


Ике һүҙҙе ҡушыр өсөн

Сонор өн белер кәрәк,

Иң бәләкәй ыласын,

Ә үҙе йыртҡыс икән.


(Яға+л+бай=яғалбай)


18. Күл ситендә үҫә икән

Был ҡоштоң тәүге һүҙе,

Икенсеһе – төҫ һәм эштең

Бойороҡ һөйкәлеше.


(Ҡамыш+ҡара=ҡамышҡара)


Нәрисә УЙЫЛДАНОВА,
башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Әбйәлил районы,
Рауил мәктәбе.


Читайте нас: