+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
2 Октябрь 2020, 17:29

Дуҫлыҡ ҡәҙерлерәк

Минең иң яҡын дуҫым – Тузик. Ул әле бик бәләкәс, шулай ҙа беҙ уның менән уртаҡ телде тиҙ таптыҡ.

Йылы һүҙ әйтеүем була, көсөгөм «һә» тигәнсе яныма килеп тә етә. Ҡойроғон болғап, телен һәлберәтеп, иркәләнә башлай. Берәй насарлыҡ ҡылһа, ә мин уға асыуланһам, Тузик шунда уҡ ҡайҙалыр ҡасып юғала. Күпме саҡырһаң да, йәшенгән еренән сыҡмай. Моғайын, асыуың әҙерәк бөтһөн әле, тиҙер.

Ул аяҡ кейемдәрен эләктереп алып ҡасырға ярата. Бер көндө шулай минең ишек туп­һаһында ултырған яңы туфлийымды сығыуыма уйнатып, кимереп бөткән. Асыуым килеп, ҡаты өндәшеүемә этем ҡайҙалыр ҡасып китте. Әсәйем мине ҡосаҡлап алды ла: «Дуҫтар табыуы бик еңел эш түгел ул. Әгәр тапҡанһың икән, уны юғалтырға ярамай», – тине.

Тимәк, дуҫлыҡтың ҡәҙерен белергә кәрәк.

Эмиль ҒАЗАКОВ,
VII «Г» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы,
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.


Читайте нас: