Бер кем ҡушмаһа ла, үҙ теләге менән Ирәндек тауы итәген йыйыштыра. Республика көнөндә генә малай 11 тоҡ сүп-сар йыйып түккән. Афарин да инде! Шулай ул үҙенең тиҫтерҙәренә һәйбәт өлгө күрһәткән.
Әсәһе Рәмилә Фәйзерахман ҡыҙы әйтеүенсә, улдары бәләкәйҙән тәбиғәттең таҙалығын ҡайғыртыусан булып үҫә, кескәй сағынан Сыңғыҙ ауылында олатаһы, өләсәһе менән бергә экологик өмәләргә сығырға ярата. Ә инде үҫеп еткәс, бер кемдең әйтеүен көтөп тормайынса, йорт алдарын, урамды таҙарта башлай.
Быйыл Илмир үҙенең эте менән Ирәндек тауына барғанда сүп-сар өйөлөп ятыуын күреп ҡала ла күп уйлап тормай, тоҡ алып килеп, йыя башлай. Кешеләр ҡалдырған ҡый шул хәтлем күп булып сыға, уға уҡыуҙан бушаған арала тағы ла бер нисә тапҡыр килергә тура килә. Ата-әсәһе лә улдарының нимә менән шөғөлләнгәнен белеп ҡалғас, хуплап, махсус ҙур тоҡтар алып бирәләр.