+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
24 Ноябрь 2020, 14:34

Төндәрен туңдыра

Көҙҙөң һуңғы айы – ноябрь тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды.

Һалҡыная барған көндәр ҡыш етеүен һиҙҙертә. Бигерәк тә төндәрен туңдыра.
Ағастар күптән яланғас. Урманға барһағыҙ, имәндең япраҡтары әле ҡойолоп бөтмәүен күрерһегеҙ. Был үҙенсәлекле ҡышҡы имән булыр.
Быйыл миләш уңды. Тимәк, ҡышлаусы ҡоштарға һалҡын миҙгелде үткәреү еңелерәккә тура киләсәк.
Ноябрь урталарында йылға өҫтөндә сыйҙым аға, һуңғараҡ ул тотош туңа башлай. Әле инде боҙ ныҡ ҡына күренә, әммә унда йөрөү хәүефле. Боҙ аҫтындағы балыҡтар саҡ-саҡ хәрәкәт итә. Тик алабуға, суртан, һыла ғына теремеклеген һаҡлай.
Ноябрҙә байтаҡ һөтимәр хайуандар йоҡоға тала. Терпе, ҡомаҡ, байбаҡ, ярғанаттар күптән ойоған. Ҡышын улар ярымүлек хәлдә була. Мәҫәлән, байбаҡтың минутына 20 тапҡыр тын алыуы 2-3-кә төшә, ә йомрандың – 100-ҙән 15-кә тиклем. Һөтимәрҙең йоҡлағанда тән температураһы бер аҙ һалҡыная. Ә бына тәлмәрйендәрҙеке нолгә етә, әммә улар туңмай.
Сысҡандар, һуҡыр сысҡандар ҡыш буйы йөрөп сығалар, ғәҙәттәгесә туҡланалар. Һуҡыр сысҡан хатта ҡар өҫтөнә ҡалҡа. Был йән эйәләренең тереклек итеүен күҙәтегеҙ.
Көндәр ҡыҫҡара, ялҡытҡыс оҙон төндәр хакимлыҡ итә башлай.
Сергей ЮСКОВ фотоһы.
Читайте нас: