+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
4 Декабрь 2020, 16:42

Һағынып ҡайтам

Исемем – Виолетта, миңә – һигеҙ йәш. Бәхетлемен. Сөнки атайым, әсәйем һәм бәләкәй ҡустым бар. Улар менән миңә һәр саҡ күңелле. Ғаиләбеҙ бик татыу. Әсәйем – балалар баҡсаһында тәрбиәсе, атайым тимер юлында эшләй.

Үҙем бейергә яратам. Балсыҡтан төрлө һындар әүәләйем. Ә мәктәптә физкультура һәм башҡорт теле дәрестәре оҡшай.
Өйөбөҙҙә төрлө йорт хайуандарым да бар: тутыйғош, бесәйем һәм төрлө балыҡтарым. Уларҙы мәктәптән һағынып ҡайтам. Ныҡ өйрәнеп киттем шул үҙҙәренә.
Виолетта КОЛЫШКИНА,II «Б» синыфы уҡыусыһы.
Туймазы ҡалаһы, 6-сы мәктәп.
Читайте нас: