* Боҙбармаҡтар күп булһа, уңыш та мул булыр.
* Урман шаулаһа, һыуыҡтар оҙаҡ торор. Ай тоноҡланып торһа, икенсе көн ҡар яуыр.
* Торбанан сыҡҡан төтөн ергә йәйелһә – ҡар яуыуға. Көн аяҙ, матур торһа, төнөн ныҡ һыуытыр.
* Тумыртҡаның ғинуарҙа туҡылдауы – иртә яҙға.
* Ҡышҡы ҡояш үгәй әсә менән бер – яҡтырта, әммә йылы бирмәй.
* Яңы йыл етеү менән бер аяғың яҙға баҫыр.
* Ғинуарҙа ҡарҙың күп булыуы – ямғырлы йәйгә.
* Был айҙа ҡар ни тиклем күберәк яуһа, көҙөн икмәк мул булыр.
* Ғинуарҙа ай тыуыуы – һауа торошоноң үҙгәреүенә.