Был көндө йәш китап уҡыусылар ҡышлаусы ҡоштар тураһында күп мәғлүмәт алды, нисек тағараҡ яһарға, ҡоштарҙы нисек ашатырға өйрәнде. Ҡыҙҙар һәм малайҙар йомаҡтар ҙа систе.
Аҙаҡ тағараҡтар эшләп, эсенә ем һалып, ағастарға элделәр. Тиҙҙән ҡоштар ҡуйылған «ашхана»ларына өйрәнеп, йыш ҡунаҡ булырҙар. Ә балалар ҡанатлы дуҫтарыбыҙҙы ҡыҙыҡһынып күҙәтерҙәр әле.