-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
2 Февраль 2021, 16:45

Зәңгәр кит

Ҡоро ерҙә тереклек итеүсе хайуандарҙан иң ҙуры булып фил һаналһа, ә һыу батшалығында зәңгәр кит менән тиңләшә алған йән эйәһе юҡ.

Уларҙың ҡайһы берҙәренең оҙонлоғо 30 метрға етә, ә ауырлыҡтары 13 вагон ауырлығына бәрәбәр.
Кит сәғәтенә 5 километр тиҙлек менән йөҙә. Һыу аҫтына мең метр, хатта тәрәнерәк тә төшә ала һәм унда ҡайһы бер киттар 90 минутҡа тиклем тора ала. Балалары үтә лә шәп үҫә, көнөнә 100 килограмға тиклем арта улар. Ә ғүмерҙәре әллә ни оҙон түгел – утыҙ йылдан да артыҡ йәшәмәйҙәр.
Читайте нас: