-13 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
5 Февраль 2021, 16:14

Ҡоштарға ярҙам итәбеҙ

Ҡыш көнө ҡоштарға бигерәк тә ауыр. Уларҙың күбеһе һыуыҡтан түгел, аслыҡтан үлә. Шуны белеп ҡуяйыҡ.


Ҡанатлы дуҫҡайҙарыбыҙға ярҙам итеү өсөн беҙҙең мәктәптә лә йыл һайын «Тағараҡ» экологик акцияһы үткәрелә. Быйыл да шундай сара ойошторолдо. Беҙ, II синыф уҡыусылары, унан ситтә ҡалманыҡ. Ә уҡытыусыбыҙ Лиана Ривал ҡыҙы Ғәлиуллина синыф сәғәтендә ҡоштар хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр һөйләне. Шунан инде атай-әсәйҙәр ярҙамында бергәләп тағараҡтар яһап, уларҙы мәктәп янында үҫкән шыршыларға элдек. Көн дә ем һалырға ла онотмайбыҙ.

Алһыу НОТФУЛЛИНА,

II синыф уҡыусыһы.

Салауат районы, Янғантау мәктәбе.
Читайте нас в