+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт мөйөшө
26 Февраль 2021, 14:36

Тағараҡтар яһаныҡ

«Ләйсән» балалар баҡсаһының «Йәйғор» мәктәпкә әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәре ата-әсәләре менән бергә йыл да ҡоштарға тағараҡтар яһай. Быйыл да был эштән ситтә ҡалманылар.

Кемеһелер – балалар баҡсаһына, берәүҙәре үҙҙәренең баҡсаһындағы ағасҡа элеп, ҡоштарҙы яҡындан күҙәтергә булды. Балаларҙың ҡанатлы дуҫтарыбыҙға емдәр һалғанда нисек шатланғанын күрһәгеҙ! Кескәйҙәр беҙҙең яҡтарҙа ниндәй ҡоштар ҡышлауын, уларҙың ниндәй һыйҙы яратыуҙарын да яҡшы белә.

– Ҡыш – беҙҙең яҡта ҡалған ҡоштар өсөн бик ауыр миҙгел. Уларҙың күбеһе һыуыҡтан түгел, аслыҡтан үлә. Ҡанатлы дуҫтарыбыҙҙы һаҡлап алып ҡалыр өсөн беҙҙең балалар йыл һайын «Тағараҡ» экологик акцияһында ҡатнашып килә. Уның барышында «Иң матур», «Иң уңайлы», «Иң шәп» ҡоштар ашханаһын әҙерләү буйынса көс һынашалар. Хәстәрлекле, ҡайғыртыу­сан, иғтибарлы балаларыбыҙ булғанда киләсәгебеҙ ҙә өмөтлө! – ти беҙҙең балалар баҡсаһының логопеды Гөлсинә Аҡъюлова.

Алмас Аллабирҙин, Әлфинә Аҙнабаева, Эльвина Садиҡова, Рәзилә Татлыбаева, Эмиль Байтурин, Мораҙым Арыҫланбаев, Ярослав Козлов, Данила Ғәлиев, Ислам Юлдыбаевтар атай, ағайҙары, олатайҙары менән бергәләп тағараҡтар эшләп ҡуйҙы.

– Ағайым, һылыуым менән ҡоштарға бүләк әҙерләнек. Уларҙың һалған емдәрҙе рәхәтләнеп ашағандарын һаҡ ҡына күҙәтәбеҙ. Беҙгә атайым менән әсәйем дә ҡушыла, – ти Рамина Искәнйәрова.

Эйе, беҙҙең балалар ҡоштар өсөн ниндәй генә тағараҡтар эшләмәгән! Уларҙың фантазияһы шул тиклем бай булып сыҡты. Баҡсабыҙ янынан үткән кешеләр был тағараҡтарға һоҡланып ҡарай. Ҡанатлы дуҫтарыбыҙ ярҙамға мохтаж булғанда ситтә ҡалырға ярамай икәнен кескәйҙәр ҙә яҡшы аңлай беҙҙә.

Гөлназ НАЗАРОВА, «Йәйғор» төркөмө тәрбиәсеһе.

Ейәнсура районы, Иҫәнғол ауылы.
Читайте нас: