* Ер шарында был хайуанды иң ҡыҫҡа һүҙ менән әйтеп йөрөүселәр – төрки халыҡ, беҙ уны ат тибеҙ. Иң оҙоно – Көньяҡ индеецтар телендә – "Оквилаупаракламарукоаллунакланата".
* Ат төштө төҫлө итеп күрә.
* Сәғәтенә 60 километр тиҙлек менән саба һәм 2,5 метр бейеклеккә һикерә ала.
* Күҙ, морон, ирен, эйәк, ҡолаҡ тирәһендә урынлашҡан оҙон төктәре (антенналары) ярҙамында һиҙә.
* Был хайуан яҡындан бик яҡшы күрә: хатта кешенең ым, ишараһын да тоя, ә алыҫтан – насар. Ат алды, артты, уңды, һулды, аҫты, өҫтә нимә барын тигеҙ итеп күрә. Ҡояш яҡтыһы уның күҙен сағылдырмай.
* Аттың иң ҡурҡҡан йән эйәһе бал ҡорто икән. Әгәр бер юлы тиҫтәләп ҡорттан сағылһа, бахырҡайыңдың үлеп ҡуйыуы ла бар.
* Ә быныһын беләһегеҙҙер инде – ат баҫып йоҡлай.