+11 °С
Ясно
VKOKTelegram
Тәбиғәт мөйөшө
5 Апреля 2021, 09:30

Ел нисек барлыҡҡа килә?

Елле һалҡын көндө өйгә ингәндә һыуыҡтың һинең артыңдан йылы бүлмәгә инергә маташыуын хәтерләйһеңдер әле.

Тыштан инеү менән артыңдан ишекте тиҙ генә шап иттереп ябып та ҡуяһың, эйеме? Улай итмәһәң, йылы өй шул арала һыуынып өлгөрәсәк. Ни өсөн шулай килеп сыға һуң әле? Бының сәбәбе бик ябай: өй менән урамдың температуралары төрлө, йәғни йортта йылы, ә тышта һалҡын. Һыуыҡ һауа һәр ваҡыт йылыраҡ ергә күсергә тырыша. Ана шул һауа күсеше ел хасил итә лә инде. Тәбиғәттәге ел дә нәҡ бына шулай барлыҡҡа килә.
Ҡояш көн дауамында нурҙарын ерҙең һауа ҡатламына (атмосфера) йүнәлтеп тора. Уларҙың ҡайһы берҙәре ер өҫтөнә үтеп инеп, тупраҡ, таш, тау, йылға, диңгеҙ, океан һыуҙарын йылыта. Һөҙөмтәлә, йылы предметтар тирәһендә һауа ҡатламы ла температураһын үҙгәртә. "Ә шулай ҙа ел ҡайҙан барлыҡҡа килә?" – тиерһегеҙ. Тәбиғәттәге предметтарҙың бер төрлө итеп йылынмауы: ҡараңғыраҡ төҫтәге асфальт, тупраҡ яҡты төҫтәге урман йә иһә күлгә ҡарағанда тиҙерәк ҡыҙыусан. Йылы һауа ла һалҡынға ҡарағанда күпкә еңелерәк, ул өҫкә күтәрелә, ә бушаған урынға һалҡыны кереп тула. Шуға күрә эҫе көндө урмандан йә күл буйынан һалҡынса ел иҫә.
Температура юғарыраҡ булған ерҙә атмосфера баҫымы түбән була, ә һалҡыныраҡ ерҙә - киреһенсә,юғары. Ел һәр ваҡыт юғары атмосфера баҫымынан түбән атмосфера баҫымына табан хәрәкәт итә. Температуралар араһында айырма ҙурыраҡ булған һайын, ел дә көслөрәк була.
Һүрәт: pinterest
Читайте нас