Себер тарафтарында 40 меңләп милләттәшебеҙ йәшәгәне билдәле. Улар мәҙәни үҙәктәр, төрлө мәҙәни коллективтар булдырып, йыл һайын һабантуйҙар үткәреп, телебеҙҙе, милли йолаларыбыҙҙы һаҡлап йәшәргә тырыша. 8-10 апрелдә Башҡортостан вәкилдәре менән осрашыуҙар Нижневартовск, Лянтор, Сорғот ҡалаларында һәм Нижнесортымский ҡасабаһында үтәсәк.