*Апрелдә ҡарлуғастар килмәһә, һалҡын яҙға.
*Апрель артыҡ йылы булһа, май һалҡын, елле булыр.
*Апрелдә көндөҙ эҫе, төндә һыуыҡ булыуы – йылы йәйгә.
*12 апрелдә бәпембә сәскә атһа, йәй ҡыҫҡа булыр.
*Апрель яртыһында торна ҡысҡырһа, йыл яҡшы килә.
*Апрелдә ҡайын һыуы күп аҡһа, йәй ямғырлы үтер.
*15 апрелдә йылғала боҙ өйөмдәре күп булһа, бесән мул булыр.
*Апрелдең һуңғы ун көнөндә ямғыр яуһа, уңыш мул көтөлә.