+16 °С
Дождь
VKOKTelegram
Тәбиғәт мөйөшө
8 Апреля 2021, 11:55

«Рәсәй – минең тарихым» тарихи паркында – экология аҙналығы

10 – 17 апрелдә «Рәсәй – минең тарихым» тарихи паркында экология аҙналығы үтәсәк. Уның барышында оҫталыҡ дәрестәре бушлай күрһәтеләсәк, тематик экология уйындары һәм экология буйынса белем биреү лекциялары ойоштороласаҡ.

Ял көндәрендә унда һеҙ ҙә бара алаһығыҙ. Әйҙәгеҙ,10 апрелгә тәғәйенләнгән программаны ҡарап үтәйек әле.
12 – 16.00 сәғәттә «Субботка-переработка» тигән күсмә акция көтөлә. Бында икенсел сеймалды билеттарға алмаштырабыҙ.
15.00 – 17.00 – лекторий: саҡырылған спикерҙарҙан күңелһеҙ булмаған лекциялар. Анна Войтюкова менән Альбина Сөләймәнова «Экологик пикник: тәбиғәткә зыян килтермәйенсә нисек ял итергә?», «Ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыуҙы нимәнән башларға?» тигән
көнүҙәк һәм файҙалы темаларға сығыш яһаясаҡ.
  1. 30 – 18.30 – 16 йәштән уҡыусыларға һәм өлкәндәргә экологик квиз.
  2. Фото: "Бәйләнештә" селтәрендәге "Йәшел Башҡортостан" төркөмөнән.
    Читайте нас