+24 °С
Облачно
VKOKTelegram
Тәбиғәт мөйөшө
23 Апреля 2021, 05:53

Олатайым - урман һаҡсыһы

Урман – Ер йөҙөндәге иң ҙур хазина. Һулаған һауабыҙ сығанағы ла, йылытыусыбыҙ ҙа, туҡландырыусыбыҙ ҙа, күңелгә ял һәм сихәт биреүсе лә ул. Ләкин ҡайһы саҡ ҡәҙерен онотоп китәбеҙ. Өлкәндәр рөхсәтһеҙ ағас йыҡһа, беҙ, бала-сағалар, емеш йыябыҙ, тигән булып, ҡыуаҡтарҙы һындырабыҙ, ғаиләләребеҙ менән ял итә сыҡҡанда сүп-сар ҡалдырабыҙ, усаҡ яғабыҙ ҙа һүндермәй китәбеҙ… Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо байлығыбыҙҙы әрәм-шәрәм итәбеҙ, бысратабыҙ.

Ярай әле урмансылар бар. Улар – тәбиғәтебеҙҙең ышаныслы һаҡсылары. Баймаҡ урман хужалығына ҡараған урмансылыҡта ла тәбиғәт һағында тороу­сылар үҙ эшенә яуаплы ҡарай, алдарына ҡуйылған бурысты урынына еткереп үтәй. Үҙ һөнәрҙәренә тоғро ҡалып, эшен яратып һәм намыҫ менән башҡарған урмансылар һоҡланыу тыуҙыра. Шундайҙарҙың береһе – оҙаҡ йылдар Юлыҡ урман хужалығы лесничийы булып эшләгән олатайым Йәноҙаҡ Хәбир улы Азаматов.

Хозур тәбиғәтле Беренсе Этҡол ауылында тыуып үҫкән ул. 1983 йылда Өфө урман хужалығы техникумын тамамлай һәм хеҙмәт юлын ошо тармаҡта мастер булараҡ башлай. Тырыш, уңған егеттең хеҙмәтен баһалап, үҙен артабан лесни­чий ярҙамсыһы итеп үрләтәләр. Ә инде 2001 йылда ул Юлыҡ урман хужалығы хужаһы итеп тәғәйенләнә. I класлы лесничий өлгәшелгән уңыштар менән генә сикләнеп ҡалмай. Әҙерләгән продукцияларын сауҙа баҙарына сығарыу өсөн ҡулланыусылар эҙләү өҫтөндә даими эшләй. Белемен камиллаштырыу маҡсатында БДУ-ның Сибай инс­титутында ситтән тороп уҡый һәм уны уңышлы тамамлай.

Урман һаҡсыһының тырышлығы баһаланмай ҡалмай. «Дәүләт урман һағында 10 йыл хеҙмәт» билдәһе менән бүләкләнеүе уның намыҫлы эше тураһында һөйләй. 2006 йылда район буйынса уҙғарылған хеҙмәт бәйгеһендә «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» исеменә лайыҡ була. Ул шулай уҡ күп кенә Маҡтау ҡағыҙҙары, Почёт грамоталары менән бүләкләнә. Ә 2020 йылда хаҡлы ялға сы­ғыр алдынан олатайыма Урмансылар көнөндә Башҡорт­остан Республикаһының атҡа­ҙанған урмансылыҡ белгесе тигән маҡтаулы исем бирелде. Ул мәктәп уҡыусылары менән осрашып, йәшел урманға һаҡсыл ҡарашта булырға, янғын сыҡмаһын өсөн үҙенең файҙалы һәм кәрәкле мәғлүмәттәрен еткерә торғайны.

Ғүмеренең 30 йылдан ашыу ваҡытын урмансылыҡ эшенә бағышлаған олатайыма һоҡланмау мөмкин түгел. Үҙенә ныҡлы һаулыҡ теләп ҡалам.

Алтынай АЗАМАТОВА, IV cиныф уҡыусыһы.

Баймаҡ районы, Беренсе Этҡол мәктәбе.
Читайте нас