Ҡайын һыуы күп булһа, йәй ямғырлы булыр.
Май айы һалҡын булһа, игенгә туҡлыҡ, себенгә юҡлыҡ булыр.
Май айында ҡуңыҙҙар күп күренһә, ҡоролоҡ көт.
Иртә күк күкрәһә, йыл ямғырлы булыр.
Ҡуҙғалаҡ күп булһа, киләһе йылдың ҡышы йылы булыр.
Майҙа ямғыр күп булһа, арыш уңыр.
Муйыл сәскә атһа, көн һалҡынайыуын көт.