+21 °С
Облачно
VKOKTelegram
Тәбиғәт мөйөшө
12 Мая 2021, 09:46

Бөгөн – Экологик белем көнө

12 майҙа Рәсәйҙә һәм элекке СССР илдәрендә Экологик белем көнө билдәләнә. Был байрам бөтә фәндәрҙә лә һәм кешелек эшмәкәрлегенең бөтә өлкәләрендә лә экологик белемде көнүҙәкләштереү маҡсатында 1991 йылда булдырылған.

Был көндө ҡалалар һәм ҡасабаларҙа тәбиғәтте һаҡлау буйынса төрлө экологик акциялар, күргәҙмәләр, конференциялар, конкурстар үткәрелә. Халыҡ тирә-яғыбыҙҙы һаҡлау буйынса ойошторолған сараларҙа әүҙем ҡатнаша: йылға-күл буйҙарын таҙарта, парктарҙы рәткә килтерә, биләмәләрҙе йәшелләндереүгә үҙ өлөшөн индерә.
Экологик белемдең мөһимлеге баһалап бөткөһөҙ. Ул насар ғәҙәттәрҙең ниндәй һәләкәттәргә илтеүен, бындай эҙемтәләрҙе нисек бөтөрөргә кәрәклеген аңларға ярҙам итә.
Читайте нас