+21 °С
Болотло
VKOKTelegram
Тәбиғәт мөйөшө
18 Май 2021, 08:10

Экологик акция башланды

Башҡорт дәүләт аграр университетында батарейка һәм пластик йыйыу буйынса «Батарейкалар, бирелегеҙ!» һәм «Пластик, йыйыл!» тигән экологик акциялар башланды. Был сара тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, «Йәшел Башҡортостан» республика проекты булышлығында тәбиғәттән файҙаланыу һәм төҙөлөш факультетының «Йәшел ҡалҡан» экологик клубы тарафынан ойошторола.

Ойоштороусылар һүҙҙәренсә, акция тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм экологик мәҙәниәтте үҫтереү буйынса мәсьәләләргә йәштәрҙе һәм уҡыу йорттарының педагогтарын, шулай уҡ республика халҡын йәлеп итеү маҡсатында үткәрелә. Батарейкаларҙы берәмләп йәки тоҡта, пластикты пакетта килтерергә мөмкин. Уларҙы йыйыу Өфө ҡалаһы, 8 Март урамы, 17-се йорт адресы (уҡыу йортоноң 2-се уҡыу корпусы фойеһында) буйынса алып барыла. Акцияға ярашлы, викторина ла уҙғарыласаҡ. Унда ҡатнашыусыларға бүләктәр һәм суперприз да ҡаралған.

Читайте нас