+18 °С
Облачно
VKOKTelegram
Тәбиғәт мөйөшө
26 Мая 2021, 08:10

Тын алыуҙары рәхәт

Ур-ра, ниһайәт, тын алыуҙары еңел булып китте. Был май эҫеһе июлдекенән дә арттырып ебәрҙе, шикелле.

Бер нисә көнгә республикабыҙҙа һалҡынса һауа торошо хөкөм итмәксе, тик оҙаҡҡа түгел, тиҙәр. Ә әлегә көндөҙ + 20-26 градустан да артмаясаҡ, урыны менән йәшенле ямғыр яуып, айырым райондарҙа көслө ел була, тип тә фаразлайҙар. Аҙна аҙағында, йәғни 28 майҙа һауа температураһы йәнә +30 градусҡа тиклем күтәреләсәк, әммә ул эҫелек оҙаҡҡа бармаҫ. Июндең 4-нән алып бер нисә көн тирәһе температураның уртаса +20 градус тирәһендә булыуы көтөлә.
Фото: novozybkov.su
Читайте нас