+15 °С
Облачно
VKOKTelegram
Тәбиғәт мөйөшө
5 Июня 2021, 07:15

Һынамыштар

*Июнь айы йылы килһә, уңыш яҡшы буласаҡ. *Был айҙа ямғырҙан һуң йәй­ғор ҡалҡһа, һауа торошо бик оҙаҡ йылы торор.

*Июнгә ҡара ла декабрҙе күҙалла.

*Әгәр иртән һыу буйлап томан ағыла икән, көн ҡояшлы буласаҡ.

*Сәскә атыусы миләшкә бал ҡорттары күпләп йыйылһа, һауа торошо һәйбәт булыр.

*Июндә туғайҙан салғы тотоп үтһәң, июль баҫыуҙан ураҡ тотоп уҙырһың.

*Июндең егерме һигеҙендә яуған ямғыр ете көнгә һуҙылыр.

*Июнь айының беренсе көндәрендә ямғыр яуһа, ай буйы ҡоро буласаҡ.

*Һыу тап-таҙа булып, үтә күренеп ятһа – ямғырға.

*Күктә йондоҙҙар күренмәһә, иртәгә ямғыр көт.
Читайте нас