+16 °С
Дождь
VKOKTelegram
Тәбиғәт мөйөшө
30 Августа 2021, 04:59

Башҡортостан хазиналары өсөн тауыш бирәйек!

National Geographic Traveler журналы "Рәсәй хазиналары" тигән проектты тормошҡа ашыра. Уның буйынса russia.nat-geo.ru һылтанмаһы аша үтеп, республикабыҙҙың гүзәл урындары өсөн тауыш бирергә кәрәк. 10 октябргә тиклем көнөнә бер тапҡыр төрлө номинацияларҙа тауыш бирергә мөмкин. Тик тәүҙә теркәлеү үтергә тейеш булаһың.

Башҡортостан хазиналары өсөн тауыш бирәйек!Башҡортостан хазиналары өсөн тауыш бирәйек!
Башҡортостан хазиналары өсөн тауыш бирәйек!

Был проект, Рәсәйҙең иң танылған туристик урындарын асыҡлауҙан тыш, яңы гүзәл урындарҙы ла асырға мөмкинлек бирер, тиҙәр.

Тауыш биреүҙә төрлө номинацияларҙа Башҡортостандың ун хазинаһы ҡатнаша. Ошонда russia.nat-geo.ru үҙегеҙ инеп ҡарап, тауыш бирегеҙ, дуҫтар!

Фото: "Башинформ".

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас